Һөйөклөгә бүләк . Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һөйөклөгә бүләк


Әсәйем китте үҙенә
Ҡарайым, тип, яңы тун,
Матур күлдәк, тәмле хушбуй -
Алыр әйбер әҙме һуң?!
Муйынса, алҡа, йөҙөк тә
Оҡшаһа, алам, тиеп...
Ҡайтты ҙур-ҙур төргәк менән -
Бушап ҡалғандыр кибет.
Ә ул төргәктәр эсендә
Ни тиһең тулып ята?
Тимераяҡ, танк, машина,
Футбол тубы ла хатта.
Әсәйемдең бүләктәрен
Тоторға етмәй ҡулым...
Иң-иң яратҡан кешеһе -
Малайы бар бит уның


2013